Воскресенье, 21 апреля 2019
13 Март, 2019 0 21 просмотров

“Йәбешә” һүҙен балаларға тәржемәһеҙ нисек аңлатырға?

Дәрескә башҡорт телендә һөйләшкән дә, бөтөнләй белмәгән дә балалалар йөрөй. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең дәрестәр тулыһынса башҡорт телендә бара. Кәрәк икән ымлап, күрһәтеп, кәрәк икән, төшөрөп аңлатабыҙ. 
Беҙҙең зирәк балаларҙың “эксперимент” һүҙен ишетеү менән, күҙҙәре янып китә. “Йәбешә”нең мәғәнәһен магниттар һәм шар-пенопласт ярҙамында аңлаттыҡ. Ҡабартылған шарҙарҙы сәстәргә ышҡып пеноласт бөртөктөренә яҡынайтһаң, нимә буласағын беләһегеҙме? Пенопласт берәм-берәм шарға һикереп менә лә ЙӘБЕШӘ. Ә магнитты әйтеп тораһы ла юҡ. Балаға ике магнит киҫәге бирҙеңме, нисек ЙӘБЕШТЕРЕРГӘ үҙәре белерҙәр. 
Киләһе дәрестә “йүгерә”, “һикерә” һүҙҙәрен аңлатмаҡсыбыҙ… Беҙгә спортзал кеүегерәк аудитория кәрәк булыр, ахырыһы. 
Ә һеҙ “йәбешә”, “һикерә”, “йүгерә” һүҙҙәрен нисек аңлатыр инегеҙ?

Добавить комментарий

Форма входа

Добро пожаловать! Введите ваш логин и пароль

Войти с помощью аккаунта соц. сети

Забыли пароль?

На вашу электронную почту будет отправлен новый пароль


Регистрация

Заполните все пункты

Войти с помощью аккаунта соц. сети