
Илгиз Кәримов вафат булды
Мәскәүҙә 77 йәшендә яҙыусы, тәржемәсе, СССР Яҙыусылар союзы ағазаһы Мостай Кәримдең улы — Илгиз Кәримов вафат булды.
Илгиз Мостафа улы Кәримов 1942 йылдың 10 ғинуарында Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң, баш ҡалала «Әҙәби Рәсәй» газетаһында эшләй. Төрлө йылдарҙа Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты, журналдар редакцияларында хеҙмәт итә.